Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ТАШТАМАҠ, Ауырғазы р‑нындағы ауыл

Просмотров: 574

ТАШТАМАҠ, Ауырғазы р‑нындағы ауыл, Таштамаҡ а/с үҙәге. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 11 км һәм Аҡкүл т. юл ст. Көнб. табан 41 км алыҫлыҡта Түрһәгәҙе й. (Ауырғазы й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 671 кеше; 1920 — 829; 1939 — 769; 1959 — 689; 1989 — 577; 2002 — 594; 2010 — 561 кеше. Сыуаштар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер-акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана, сиркәү бар.

Ауылға 18—19 бб. араһында Стәрлетамаҡ өйәҙендә Сембер губ. яңы суҡындырылған сыуаштары нигеҙ һала. Шулай уҡ Ташлытамаҡ исеме м‑н теркәлгән. 1865 й. 49 йортта 303 кеше йәшәгән. Игенселек, малс‑ҡ, умарт‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. 2 һыу һәм ат тирмәне булған. 1906 й. сиркәү-мәхәллә мәктәбе, тирмән, шарап һәм 2 бакалея кибете, мөгәзәй теркәлгән. Г.М.Сидоров ошо ауылда тыуған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019