Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ТАШТУҘАЯҠ

Просмотров: 338

ТАШТУҘАЯҠ, Башҡортостан (Көньяҡ) Уралындағы һырт. БР‑ҙың Учалы р‑ны Сораман а. киңлегенән Силәбе өлк. сигенә тиклем субмеридиональ йүнәлештә һуҙылған. Оҙонлоғо 5,5 км, киңлеге 1,5—2,5 км, абс. бейеклеге 795 м. Асыҡ күренгән 3 өлөштән тора. Төньяҡ өлөшөнөң оҙонлоғо яҡынса 1,5 км, үҙәк өлөшөнөң — 3 км, көньяҡ өлөшөнөң – 1 км. Рельефы тәпәш таулы; төньяҡ битләүҙәре һөҙәк, көнбайыш, көнсығыш һәм көньяғы — текә. Урта девонға ҡараған ҡарамалыташ свитаһының риолит һәм ҡыҙыл йәшмә ҡатыш базальттарынан ғибәрәт. Ландшафы аҡһыл һоро урман‑тау тупрағындағы ҡарағай һәм ҡайын урмандарынан тора. Һөҙәк битләүҙәренең аҫҡы өлөштәре көтөүлектәр һәм сабынлыҡтар итеп файҙаланыла.

Тәрж. И.М.Япаров

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019