Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ТӘВКИЛЕВ Алексей Иванович

Просмотров: 335

ТӘВКИЛЕВ Алексей Иванович (ысын исеме Ҡотломөхәммәт Мәмәшев; яҡынса 1674—1766), башҡорт ихтилалдарын (1735— 40), башҡорт ихтилалын (1755—56) баҫтырыуҙа ҡатнашыусы. Ген.‑майор (1755). Тәвкилевтәрҙең Өфө тармағын башлап ебәреүсе. 1711 й. Прут походында, 1717 й. Хиуа походында, 1722—23 йй. фарсы походында ҡатнаша. Тылмас булып хеҙмәт иткән. 1717 й. апр. алып Фарсы илендә Рәсәй илселеге (етәксеһе — А.П.Волынский) составында, 1719 й. башлап Сит ил эштәре коллегияһында тәржемәсе. 1731 й. алып Рәсәй илселеге башында Кесе йөҙ ҡаҙаҡтары м‑н Рәсәй составына инеү т‑да һөйләшеүҙәр алып бара, 1734—39 йй. Ырымбур экспедицияһы (1734—44) нач. ярҙамсыһы. Ырымбур губернаһында Красноуфимск ҡәлғәһенә һ.б. нығытмаларға нигеҙ һалыуҙа ҡатнаша. Башҡ. ихтилалдары осоронда, атап әйткәндә, Һөйәнтөҙ ауылында баш күтәреүселәргә ҡарата айырыуса ҡанһыҙлыҡ күрһәткән. 1735 й. Өфөгә указдар м‑н танышыу өсөн ебәрелгән Ҡазан һәм Нуғай даруғаһы башҡорттарын үлтергән. 1736 й. ғин. Т. етәкс. хөкүмәт отрядтары Себер даруғаһында 50‑гә яҡын башҡ. ауылын яндырған (2 меңгә яҡын кеше үлтерелгән). 1747 й. ҡаҙаҡ ханы Әбелхәйер м‑н Рәсәйҙең мөнәсәбәттәрен көйләү, 1755 й. ихтилал ваҡытында хөкүмәт ғәскәрҙәренән ҡасып, ҡаҙаҡтарға сыҡҡан башҡорттарҙы талау һәм тотоп биреү т‑да һөйләшеүҙәр алып барған (был башҡорт м‑н ҡаҙаҡтар араһында хәрби бәрелештәргә, ике яҡтан да бик күп кеше ҡырылыуға килтергән). 1750 йй. Сит диндәр эштәре комиссияһы начальнигы. 1759 й. Варзы‑Алексеевка заводына нигеҙ һалған. Ырымбур губернаһында ҙур ер биләмәләре булған. Ихтилалдар баҫтырғаны өсөн Т. бер нисә тапҡыр ҙур аҡсалата бүләк бирелгән. Т. баш күтәреүселәргә ҡанһыҙ мөнәсәбәте башҡ. халыҡ йыры “Тәфтиләү”ҙә, “Тәфтиләү бәйете”ндә, “Байыҡ Айҙар сәсән” ҡобайырында һ.б. башҡ. фольклоры әҫәрҙәрендә сағылыш тапҡан.

И.Н.Байназаров

Тәрж. М.Х.Хужин

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019