Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ТЕЛӘШ, Өпәй, Мәсетле р‑нындағы ауыл

Просмотров: 369

ТЕЛӘШ, Ө п ә й, Мәсетле р‑нындағы ауыл, Ростов а/с үҙәге. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 24 км һәм Красноуфимск т. юл ст. (Свердловск өлк.) К.‑Көнс. табан 132 км алыҫлыҡта Һөйә й. (Әй й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1920 й. — 512 кеше; 1939 — 488; 1959 — 534; 1989 — 581; 2002 — 538; 2010 — 479 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер-акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана, мәсет бар.

Ауылға 18 б. 2‑се ярт. Себер даруғаһы Өпәй улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала. Тәүге төпләнеүсенең исеме м‑н аталған (уның улдары Ғәҙелша, Ғәли һәм Зәйнәш Теләшевтәр билдәле). Икенсе исеме “өпәй” этнонимына бәйле. 1869 й. 44 йортта 300 кеше йәшәгән. Малс‑ҡ, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. М.Б.Төхвәтов ошо ауылда тыуған.

Г.Т.Хөсәйенова

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019