Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ТЕМӘС, Баймаҡ р‑нындағы ауыл

Просмотров: 629

ТЕМӘС, Баймаҡ р‑нындағы ауыл, Темәс а/с үҙәге. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 55 км һәм Сибай т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 100 км алыҫлыҡта Һаҡмар й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 1174 кеше; 1920 — 2491; 1939 — 2053; 1959 — 2204; 1989 — 3066; 2002 — 3517; 2010 — 3529 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Темәс урта мәктәбе, муз. мәктәбе, балалар баҡсаһы, участка дауаханаһы, психоневрология интернаты, мәҙәниәт йорто (“Йондоҙ” халыҡ бейеү ансамбле), Темәс музейы, китапхана, мәсет (ҡара: Темәс мәсеттәре) бар; башҡ. тарихи‑мәҙәни үҙәге эшләй.

Ауылға 17 б. аҙ. Нуғай даруғаһы Бөрйән улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә Ҡәйепкәй исеме м‑н нигеҙ һала. 18 б. уртаһынан хәҙ. исемен (Темәс Илекәев исеменән) йөрөтә. 1795 й. 50 йортта 348 кеше йәшәгән, 1866 й. 151 йортта — 890 кеше. 2 мәсет, күн з‑ды булған; йәрминкәләр үткәрелгән. Малс‑ҡ, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. Т. 5‑се башҡ. кантоны үҙәге булған (1855). 1900 й. 2 мәсет, мәҙрәсә, урыҫ‑башҡ. училищеһы теркәлгән. 1919 й. Т. — АСБР‑ҙың баш ҡалаһы (ҡара: “Үҙәк Совет власы менән Башҡорт хөкүмәте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеү”). Р.И. Ирназаров, Ғ.Х.Ирназарова, Ә.Д.Исҡужин, М.Н.Ҡәҙерғолов, Р.Ә.Мортазин, Б.М.Мәмбәтҡолов, С.Ғ.Сөләймәнова, Р.Ә.Фәсхетдинов, Ә.Ә.Фәсхетдинов ошо ауылда тыуған.

Ә.З.Сәйғәфәров

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019