Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ТЕПЛЯК, Борай р‑нындағы ауыл

Просмотров: 333

ТЕПЛЯК, Борай р‑нындағы ауыл, Тепляк а/с үҙәге. Район үҙәгенән Т. 26 км һәм Яңауыл т. юл ст. К.‑Көнс. табан 94 км алыҫлыҡта Асау й. (Тере Танып й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 884 кеше; 1920 — 1032; 1939 — 1043; 1959 — 838; 1989 — 415; 2002 — 377; 2010 — 269 кеше. Башҡорттар, урыҫтар йәшәй (2002). Фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб, китапхана, мәсет бар.

Ауылға 1811 й. Бөрө өйәҙендә элекке Асафбаш а. урынында (керҙәшлеккилешеүе б‑са 18 б. 2‑се ярт. Ҡазан даруғаһы Эске Йылан улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә удмурттар нигеҙ һалған, тип фараз ителә, улар һуңынан ш. уҡ улустың башҡа ауылдарына күсеп киткән) Тепляковтың Пенза губ. күсерелгән алпауыт крәҫтиәндәре нигеҙ һала. 1865 й. 42 йортта 317 кеше йәшәгән. Игенселек, умарт‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Сиркәү (1840 й. төҙөлгән), училище булған; улус идараһы урынлашҡан. 1906 й. сиркәү, земство мәктәбе, 2 тимерлек, тирмән, мануфактура, шарап һәм бакалея кибеттәре, мөгәзәй теркәлгән; улус идараһы урынлашҡан. Шулай уҡ Асафбаш, Никольский, Никольский‑Тепляк булараҡ теркәлгән.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019