Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ТЕРРИТОРИАЛЬ‑ПРОИЗВОДСТВО КОМПЛЕКСТАРЫ

Просмотров: 329

ТЕРРИТОРИАЛЬПРОИЗВОДСТВО КОМПЛЕКСТАРЫ, билдәле терр‑яла ойошторолған (һәр ваҡытта ла адм.‑терр. берәмектәрҙең сиктәрендә түгел), дөйөм хеҙмәт бүленеше системаһында ҡатнашҡан үҙ‑ара бәйле производстволар йыйылмаһы. Термин тәүге тапҡыр фәнгә Н.Н.Колосовский тарафынан индерелә. Т.‑п.к. иҡт. берҙәмлеге пр‑тиеларҙың производство бәйләнеше, ш. уҡ халыҡтың таралып ултырыуының дөйөм системаһы м‑н билдәләнә. Т.‑п.к. планлы рәүештә ойошторолоуы производствоны комбинациялау һәм пр‑тиеларҙы берләштереү, тәбиғәт ресурстарын һәм хеҙмәт ресурстарын, икенсел сеймалды, транспорт селтәрҙәрен рациональ файҙаланыу, ярҙамсы һәм хеҙмәтләндереүсе производстволарҙың төҙөлөшөнә хаҡ төшөрөү һ.б. иҫәбенә ҙур иҡт. һөҙөмтә бирә. Т.‑п.к. — иҡтисади районлаштырыуҙың матди‑техник нигеҙе. Һәр комплекс үҙенең производство‑терр. бәйләнешен ойоштороу системаһы м‑н айырыла. Т.‑п.к. структураһының төп элементтарын, иң тәүҙә сәнәғәт узелдарын һәм агросәнәғәт производстволарын, ш. уҡ производство инфраструктураһының хеҙмәтләндереү объекттарын, ш. иҫ. транспорт үҙәктәрентерр. ойоштороу мөһим характеристика булып тора. Соц.‑иҡт. тикшеренеүҙәр ин‑тында М.Н.Иҫәнбаев тарафынан Т.‑п.к. ойоштороу һәм эшләү нигеҙҙәре уйлап табыла, Урал иҡтисади районының Т.‑п.к. металлургия, яғыулыҡ‑энергетика, химия, машиналар эшләү производство комплекстарын берләштереүе иҫбатлана. БР‑ҙа һәм Пермь крайында — яғыулыҡ‑энергетика, химия, машиналар эшләү комплекстары; Силәбе һәм Свердловск өлк. — металлургия, машиналар эшләү; Ырымбур өлк. металлургия, яғыулыҡ‑энергетика комплекстары һ.б. урынлашҡан. Төбәк Т.‑п.к. булдырған тармаҡ һәм тармаҡ‑ара производство комплекстары айырым сәнәғәт узелдарынан һәм үҙәктәренән тора: Өфө, Стәрлетамаҡ-Салауат, Туймазы‑Октябрьский, Нефтекама һәм Күмертау‑Мәләүез, Бөрө, Дүртөйлө, Ағиҙел ҡалалары. Баҙар мөнәсәбәттәре үҫеү һәм төрлө милек формаһындағы пр‑тиелар барлыҡҡа килеү сәбәпле, Т.‑п.к. терр. ойоштороу өсөн иҡт. кластерҙар теорияһы ҡулланыла.

Әҙәб.: И с я н б а е в М.Н. Методологические основы формирования и функционирования хозяйственных комплексов республик. Уфа, 1992.

Тәрж. З.Б.Латипова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019