Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ТЕХНОЛОГИЯ ҺӘМ ДИЗАЙН КОЛЛЕДЖЫ

Просмотров: 430

ТЕХНОЛОГИЯ ҺӘМ ДИЗАЙН КОЛЛЕДЖЫ. 1957 й. 10‑сы эшсе йәштәр мәктәбе базаһында еңел сәнәғәт техникумы булараҡ асыла, 1993 й. алып кейем технологияһы һәм дизайны колледжы, 2005 й. – Өфө дәүләт технология һәм дизайн колледжы (2007 й. башлап федераль дәүләт белем биреү учреждениеһы). Уҡытыу көндөҙгө, ситтән тороп уҡыу бүлектәрендә һәм экстернат формаһында түбәндәге һөнәрҙәр б‑са алып барыла: мәғлүмәт эшкәртеү һәм идара итеүҙең автоматлаштырылған системалары, дизайн, тегеү изделиеларын моделләү һәм конструкциялау, парикмахер сәнғәте, тегеү изделиелары технологияһы һ.б. 8 компьютер класы, 9 лаб., 3 кейем моделләү һәм кейем технологияһы оҫтаханаһы, 2 уҡыу салон‑парикмахерскийы, китапханаһы, 2 тамаша, 2 спорт, 2 тренажёр, конференциялар һәм уҡыу залдары, колледж тарихы музейы, мед., методика, психологик бушаныу, стоматология кабинеттары, ятағы бар. 2000 й. башлап Өҫтәлмә проф. белем биреү үҙәге эшләй. 18 меңгә яҡын белгес әҙерләнгән (2009). “San Valero” Халыҡ .ара парикмахер сәнғәте һәм эстетика акад. (Испания), “PUM” ойошмаһы (Нидерланд), Рәсәй ситтән тороп уҡыу текстиль һәм еңел сәнәғәт ин‑ты (Мәскәү) һ.б. м‑н хеҙмәттәшлек итә.

Р.Ғ.Клюева

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019