Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ТӘБИҒӘТ ЗОНАЛАРЫ

Просмотров: 419

ТӘБИҒӘТ ЗОНАЛАРЫ, ф и з и к - г е о г р а ф и к   з о н а л а р, л а н д ш а ф т  з о н а л а р ы, Ерҙең геогр. ҡабығындағы ҙур бүлексәләр, тәбиғәт‑климат ҡанундарына буйһонған билдәле бер арала бер‑береһен алыштырып торалар. Тауҙарҙа ландшафтарҙың бейеклек бүлкәтлеге күҙәтелә. Башҡортостан рельефының үҙенсәлектәре Башҡортостандың Урал алдында төньяҡ ландшафтарҙың көньяҡҡа үтеп инеүенә, Башҡортостандың Урал аръяғында көньяҡ ландшафтарҙың төньяҡҡа үтеп инеүенә килтерә. Башҡортостан (Көньяҡ) Уралының меридиан б‑са һуҙылған һырттары урман зонаһының көньяҡта таралыуына булышлыҡ итә. Респ. терр‑яһы урман, урман‑дала, дала Т.з. һәм тау-урман өлкәһе Т.з. урынлашҡан (ҡара: карта). Урман Т.з. киң япраҡлы‑ҡара ылыҫлы урмандар ярым зонаһынан тора, кәҫле көлһыу тупраҡтағы йүкәҡатыш шыршы‑аҡ шыршы урмандары таралған, төп урмандар икенсел урмандар м‑н алышынған; майҙаны яҡынса 14,2 мең км2; 52—92%‑ын урман ҡаплаған. Урман-дала Т.з. Көнсығыш Европа тигеҙлеге урман‑дала зонаһының Юғары Волга аръяғы провинцияһынан (майҙаны 65 мең км2), Көңгөр‑Әй (Красноуфимск‑Мәсәғүт) провинцияһынан (яҡынса 9 мең км2) һәм Урал аръяғы урман‑дала ярым зонаһынан (3,85 мең км2) тора. Юғары Волга аръяғы провинцияһында төньяҡ, типик һәм көньяҡ урман‑дала ярым зоналары айырыла; урманлыҡ 28—65%‑ын урман ҡаплаған. Төньяҡ урман‑дала ярым зонаһы һоро һәм ҡараһыу һоро тупраҡтағы имән, йүкә, саған, йыла урмандарынан һәм болон‑дала үҫемлектәренән, типик урман‑дала ярым зонаһы — йыуылған, типик һәм типик карбонатлы ҡара тупраҡтағы болон һәм төрлө үләнле‑ҡылғанлы далаларҙан, көньяҡ урман‑дала ярым зонаһы карбонатлы, ябай һәм көньяҡ ҡара тупраҡтағы ташлы һәм ҡыуаҡлы далаларҙан ғибәрәт. Көңгөр‑Әй провинцияһы Көньяҡ һәм Урта Урал алдында урынлашҡан, урман‑дала Т.з. төп өлөшөнән Өфө яйлаһының урман массивтары м‑н айырыла. Башлыса ҡараһыу һоро урман, бер аҙ көлһыуланған һәм йыуылған ҡара тупраҡтағы ҡайын, ҡайын‑ҡарағай, ҡайын‑имән урмандары, ҡыяҡлы‑төрлө үләнле һәм ҡылғанлы‑төрлө үләнле дала үҫемлектәре хас. Урал аръяғы урман‑далаһында йыуылған ҡара тупраҡтағы һәм аҡһыл һоро тау‑урман тупрағындағы ҡайын‑ҡарағас һәм ҡайын‑ҡарағай урмандары (61%‑ҡа тиклемен урман ҡаплаған), төрлө үләнле‑кәҫле‑ҡыяҡлы һәм болон‑дала үҫемлектәре таралған. Дала Т.з. төньяҡ һәм Урал аръяғы дала ярым зоналарынан тора, майҙаны 4,5 мең км2. Төньяҡ дала ярым зонаһы типик ҡара тупраҡтағы төрлө үләнле‑ҡыяҡлы үҫемлектәрҙән, Урал аръяғы дала ярым зонаһы ябай һәм ҡара болон тупрағындағы ҡылғанлы‑төрлө үләнле үҫемлектәрҙән ғибәрәт. Тау‑урман өлкәһе тау-урман (майҙаны 25 мең км2) һәм тау‑урман-дала (яҡынса 22 мең км2) бүлкәттәрен үҙ эсенә ала, унда Т.з. бейеклек бүлкәтлеге күҙәтелә. Аҡһыл һоро тау-урман тупрағы үҫешкән.

И.М.Япаров

Тәрж. И.М.Япаров

 

Карта: Тәбиғәт зоналары

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019