Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ТӘБИҒӘТ РЕСУРСТАРЫ

Просмотров: 632

ТӘБИҒӘТ РЕСУРСТАРЫ, т ә б и ғ и р е с у р с т а р, кешелек йәшәйешенең тәбиғәт шарттары һәм тирәяҡ мөхит компоненттары йыйылмаһының бер өлөшө, йәмғиәттең матди һәм мәҙәни ихтыяждарын ҡәнәғәтләндереү өсөн ижт. етештереү процесында ҡулланыла. Барлыҡҡа килеүе б‑са — минераль ресурстар, һыу ресурстары, ер, биологик ресурстар, климат ресурстары, йыһан ресурстары һ.б.; файҙаланылыуы б‑са — бөтә торған (ш. иҫ. тергеҙеп була торған һәм тергеҙеп булмай торған), бөтмәй торған; файҙаланыу ысулы б‑са агроклимат, энергетика, рекреацион ресурстар һ.б. айырыла. Асылған һәм файҙаланылмаған Т.р. потенциаль ресурстар булараҡ ҡарала. Т.р. үҙләштереү бер нисә этапҡа бүленә: асыу (разведка), өйрәнеү, айырым төрҙәр б‑са терр. кадастр төҙөү, мәҫ., ер кадастры, һыу кадастры, биологик кадастр һ.б. Төп баһалау төрҙәре: технологик, иҡт., социаль. Башҡортостанда Т.р. бөтә төрҙәре бар, был сәнәғәт, ауыл хужалығы, шифахана‑курорт һәм рекреация учреждениелары, туризм һ.б. үҫешенә булышлыҡ итә. Респ. терр‑яһында 60 төрлө минераль сеймалдың 3 меңдән ашыу ятҡылығы һәм сығанағы асылған. БР терр‑яһында формалашҡан ер өҫтө һыуҙарының йыл һайын тулыланыусы дөйөм запасының уртаса күләме 25,5 км3 тәшкил итә; прогнозлы эксплуатация ресурстары — тәүлегенә 17818,8 мең3; ер аҫты һыуҙарының 60 ятҡылығы разведкаланған. Респ. ер фонды 14294,7 мең га тәшкил итә, ш. иҫ. ауыл хужалығы ерҙәре — 51,2% урман фонды ерҙәре — 40,0%, ҡала һәм ҡала тибындағы ҡасабалар ерҙәре — 1,5%, ауыл биләмәләре — 4,4%. Респ. хайуандар донъяһында яҡынса 17 мең төр иҫәпләнә (2016). Тирә‑яҡ мөхитте һаҡлауға, тәбиғәтте рациональ файҙаланыуға, ресурстарҙы һаҡлауға йүнәлтелгән экологик сәйәсәт тормошҡа ашырыла. “Етештереү һәм ҡулланыу ҡалдыҡтары” (2001—10), “Башҡортостан Республикаһының экологияһы һәм тәбиғәт ресурстары” (2004 — 15), (2014 — 20) респ. программалары эшләй.

О.Н.Лаздина

Тәрж. З.Б.Латипова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019