Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ТӘЖРИБӘ ХУЖАЛЫҒЫ

Просмотров: 360

ТӘЖРИБӘ ХУЖАЛЫҒЫ, Өфө р‑нындағы ауыл, Ҡыҙылъяр а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Өфө т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 23 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 292 кеше; 1989 — 137; 2002 — 160; 2010 — 149 кеше. Урыҫтар, татарҙар йәшәй (2002).

Ауылға 1929 й. Малсылыҡ б‑са зона тәжрибә станцияһы ҡасабаһы булараҡ нигеҙ һалына. 1959 й. Т.х. һәм Горново аа. халҡы бергә иҫәпкә алынған. 1989 й. алып хәҙ. исемен йөрөтә, 2005 й. хәҙ. статусын ала.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019