Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ТӘЖӘЙ, Илеш р‑нындағы ауыл

Просмотров: 323

ТӘЖӘЙ, Илеш р‑нындағы ауыл, Ҡужбаҡты а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 23 км һәм Бүздәк т. юл ст. Т. табан 130 км алыҫлыҡта Баҙы й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 625 кеше; 1920 — 861; 1939 — 905; 1959 — 783; 1989 — 630; 2002 — 587; 2010 — 518 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Урта мәктәп, мәҙәниәт йорто, китапхана, мәсет бар.

Ауылға Бөрө өйәҙе Йылан улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала, 1786 й. алып билдәле. Тәүге төпләнеүсенең исеме м‑н аталған, уның улдары Әбйәлил һәм Байслан Тәжәевтәр билдәле. Шулай уҡ Тежәй булараҡ теркәлгән. 1795 й. тиклем керҙәшлек килешеүе б‑са бында яһаҡлы татарҙар килеп ултыра. 1795 й. 21 йортта 138 кеше йәшәгән, 1865 й. 48 йортта — 305 кеше. Малс‑ҡ, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. 1906 й. мәсет, тирмән, бакалея һәм мануфактура кибеттәре булған. 1920 й. Тәжәй а. (Иҫке Т., Оло Т.; 801 кеше) һәм Яңы Т. ҡасабаһы (Кесе Т.; 60 кеше) булараҡ иҫәпкә алынған. Р.Ф.Ғәниев ошо ауылда тыуған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019