Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ТӘКӘРЛЕК, Дүртөйлө р‑нындағы ауыл

Просмотров: 367

ТӘКӘРЛЕК, Дүртөйлө р‑нындағы ауыл, Тәкәрлек а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 6 км һәм Бүздәк т. юл ст. Т. табан 117 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 813 кеше; 1920 — 930; 1939 — 841; 1959 — 571; 1989 — 304; 2002 — 246; 2010 — 255 кеше. Татарҙар, башҡорттар йәшәй (2002). Фельдшер‑акушерлыҡ пункты бар.

Ауылға 1748 й. һәм 1762 й. араһында Ҡазан даруғаһы Йәлдәк улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә керҙәшлек килешеүе б‑са типтәрҙәр нигеҙ һала. 19 б. башында бында мишәрҙәр килеп ултыра. 1795 й. 80 кеше йәшәгән, 1865 й. 75 йортта — 558 кеше. Игенселек, малс‑ҡ, балта эше, таҡта бысыу м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, 2 училище, 2 һыу тирмәне булған. 1906 й. мәсет, һыу тирмәне, бакалея кибете, мөгәзәй теркәлгән.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019