Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ТӘЛМӘРЙЕН ТӘҢКӘҺЕ

Просмотров: 379

ТӘЛМӘРЙЕН ТӘҢКӘҺЕ, һ ы у т ә ң к ә (Lemna), һыутәңкә һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Яҡынса 10 төрө билдәле, бөтә Ер шарында таралған. Башҡортостанда өс өлөшлө Т.т. һәм бәләкәй Т.т. үҫә. Һыу өҫтөндә йөҙгән йәки һыу эсендә булған, оҙон еп рәүешендәге тамырлы күп йыллыҡ үләндәр. Һабаҡтары үҫешеп етмәгән, япраҡсыҡ, йәки фронд, тип аталған йәшел төҫтәге бәләкәй нескә пластинка һымаҡ. Япраҡсыҡтың урта тамырсығы бар, яңғыҙар йәки төркөмдәргә берләшә, өс өлөшлө Т.т. — киң ҡыяҡлы‑ланцет формаһында, үтә күренмәле, бәләкәй Т.т. йомро, үтә күренмәй. Япраҡтары юҡ. Япраҡсыҡтың ян‑яғындағы уйымында сәскәләре ваҡ, күрекһеҙ, бер енесле, сәскә эргәлеге юҡ, 1 емешлек һәм 2 һеркәлек сәскәһенән торған ваҡ сәскәлектәрҙә урынлашҡан. Һирәкләп май—июндә сәскә ата. Емеше — 1—7 орлоҡло муҡса, июль—авг. өлгөрә. Аҡмаған һыу ятҡылыҡтарында, йылғаларҙа һәм һаҙлыҡтарҙа үҫә, респ. бөтә терр‑яһында осрай. Һыу ятҡылыҡтарын бысраҡтан таҙарта. Һыу хайуандары һәм һыу ҡоштары өсөн аҙыҡ. Составында дуплаусы матдәләр, флавоноидтар бар, халыҡ медицинаһында ҡулланыла.

Ф.К.Мортазина

Тәрж. Г.А.Миһранова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019