Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ТӘНӘЙ, Фёдоровка р‑нындағы ауыл

Просмотров: 324

ТӘНӘЙ, Фёдоровка р‑нындағы ауыл, Тәнәй а/с үҙәге. Район үҙәгенән Т.-Көнб. 8 км һәм Мәләүез т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 71 км алыҫлыҡта Иҙәк й. (Дим й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1300 кеше; 1920 — 1372; 1939 — 718; 1959 — 614; 1989 — 418; 2002 — 440; 2010 — 446 кеше. Сыуаштар йәшәй (2002). Төп мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана бар.

Ауылға 1794 й. Стәрлетамаҡ өйәҙендә Ҡазан губ. Козьмодемьянск өйәҙе Ишәк а. яңы суҡындырылған сыуаштары нигеҙ һала. 1795 й. 24 кеше иҫәпкә алынған, 1865 й. Т. (Иҙәкбаш) 124 йортта — 828 кеше. Игенселек, тәгәрмәс, туғын, арба, сана яһау м‑н шөғөлләнгәндәр. 1906 й. мөгәзәй теркәлгән. И.Н.Антипов‑Каратаев ошо ауылда тыуған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019