Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ТӘҢКӘҒУҘАҠ

Просмотров: 332

ТӘҢКӘҒУҘАҠ, а л а с у ҡ (Hedysarum), ҡуҙаҡлылар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Яҡынса 150 төрө билдәле, Евразияның уртаса бүлкәтендә, Төньяҡ Африкала һәм Төньяҡ Америкала таралған. Башҡортостанда 5 төрө үҫә. Күп йыллыҡ үләндәр. Һабаҡтары төкһөҙ, төҙ йәки күтәрелеүсән, бейеклеге 10—150 см. Япраҡтары ишһеҙ ҡауырһын һымаҡ япраҡ ҡолаҡсынлы; япраҡсаһы йомортҡа-эллипс, ҡыяҡ‑ланцет йәки ҡыяҡ рәүешендә. Сәскәләре ал, ҡуйы ҡыҙыл, шәмәхә, һирәк осраҡта аҡ йәки һары төҫтә, ҡуйынлы суҡ рәүешле сәскәлектәргә йыйылған. Май — июлдә сәскә ата. Емеше — 2 — 8 яҫы йәки бер аҙ ҡабарынҡы быуынтыҡлы ҡуҙаҡ, июнь—авг. өлгөрә. Күпселек Т. далала ҡоро ташлы, эзбизле һәм мергель битләүҙәрендә; альп Т. — урман болондарында, һаҙлыҡтарҙа, башлыса Башҡортостандың Урал алдында үҫә. Мал аҙығы үҫемлектәре. Декоратив үҫемлектәр. Баллы үҫемлектәр. Эндемиктар ҡыҙыл Т., һары Т. һәм Разумовский Т. БР‑ҙың Ҡыҙыл китабына, һуңғы ике төрө РФ‑тың Ҡыҙыл китабына индерелгән.

Н.В.Маслова

Тәрж. Г.А.Миһранова

 

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019