Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҮГЕҘ, Бөрө р‑нындағы ауыл

Просмотров: 681

ҮГЕҘ, Т а у л а х, Бөрө р‑нындағы ауыл, Үгеҙ а/с үҙәге. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 25 км һәм Өфө т. юл ст. Т. табан 60 км алыҫлыҡта, Өфө—Яңауыл автомобиль юлында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 760 кеше; 1920 — 926; 1939 — 890; 1959 — 711; 1989 — 443; 2002 — 411; 2010 — 414 кеше. Башҡорттар, татарҙар йәшәй (2002). Төп мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана бар.

Ауылға 1677 й. купчий ҡағыҙы б‑са Ҡазан даруғаһы Дыуанай улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә Сембер өйәҙе мишәрҙәре нигеҙ һала. 1865 й. 49 йортта 343 кеше йәшәгән. Игенселек, малс‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, училище, 5 һыу тирмәне булған. 19 б. 2‑се ярт. — 20 б. 20‑се йй. Иҫке Үгеҙ булараҡ теркәлгән. 1906 й. мәсет, мәҙрәсә, 3 һыу тирмәне, бакалея кибете, мөгәзәй булған. Ү. эргәһендәге 1912 й. ҡарағай культуралары һәм йөҙйәшәр ҡарағас культуралары — тәбиғәт ҡомартҡылары.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019