Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҮГЕҘ, Кушнаренко р‑нындағы ауыл

Просмотров: 788

ҮГЕҘ, Кушнаренко р‑нындағы ауыл, Иҫке Туҡмаҡлы а/с ҡарай. Район үҙәгенән К. 25 км һәм Өфө т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 56 км алыҫлыҡта Кәрәкә й. (Ҡармасан й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1896 й. — 1068 кеше; 1920 — 1813; 1939 — 1375; 1959 — 915; 1989 — 392, 2002 — 328; 2010 — 304 кеше. Татарҙар, башҡорттар йәшәй (2002). Фельдшер‑акушерлыҡ пункты бар.

Ауылға 18 б. уртаһында Ҡазан даруғаһы Ҡаршын һәм Ҡаңлы улустары башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала. Шулай уҡ Быков исеме м‑н теркәлгән. 1761 й. керҙәшлек килешеүе (1771 й. рәсмиләштерелгән) б‑са бында мишәрҙәр, 18 б. аҙ. ш. уҡ шарттарҙа типтәрҙәр килеп ултыра. 1795 й. (халҡы төрлө улустарҙа иҫәпкә алынған) 44 йортта 307 кеше йәшәгән, 1865 й. 127 йортта — 750 кеше. Малс‑ҡ, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. Училище булған. 1896 й. 2 мәсет, һыу тирмәне, 2 бакалея кибете, мөгәзәй теркәлгән. М.З.Мөҙәрисов ошо ауылда тыуған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019