ҮЗБӘК, Ғафури р‑нындағы ауыл
ҮЗБӘК, Ғафури р‑нындағы ауыл, Еҙем‑Ҡаран а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т. 40 км һәм Аҡкүл т. юл ст. Т.‑Көнс. табан 66 км алыҫлыҡта Ағиҙел й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 356 кеше; 1920 — 494; 1939 — 517; 1959 — 411; 1989 — 430; 2002 — 378; 2010 — 374 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Төп мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, мәсет бар.
Ауылға Нуғай даруғаһы Кесе Табын улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала, 1765 й. алып билдәле. Тәүге төпләнеүсенең исеме м‑н аталған, уның улы Аллағужа Үзбәков билдәле. 1795 й. 35 йортта 179 кеше йәшәгән, 1865 й. 45 йортта — 302 кеше. Малс‑ҡ, игенселек, умарт‑ҡ, сана яһау м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, училище булған. 1906 й. мәсет, бакалея кибете теркәлгән. М.Ә.Санйәрова ошо ауылда тыуған.
Ғ.Ш.Шәйәхмәтов
Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов