Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҮҘӘК УСАДЬБАҺЫ АУЫЛЫ, Бәләбәй р‑нындағы ауыл

Просмотров: 649

ҮҘӘК УСАДЬБАҺЫ АУЫЛЫ, М а к с и м Г о р ь к и й и с е м е н д ә г е т о ҡ о м с о л о ҡ з а в о д ы н ы ң ү ҙ ә к у с а д ь б а һ ы а у ы л ы, Бәләбәй р‑нындағы ауыл, Максим Горький а/с үҙәге. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 24 км һәм Глуховская т. юл ст. Көнб. табан 7 км алыҫлыҡта Үтәй й. (Мәнәүез й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 234 кеше; 1959 — 771; 1989 — 865; 2002 — 934; 2010 — 993 кеше. Урыҫтар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, участка дауаханаһы, мәҙәниәт йорто, китапхана бар.

Ауылға 20 б. 20‑се йй. “Знаменка” с‑зының бүлексәһе булараҡ нигеҙ һалына, 1932 й. М.Горький ис. с‑з ойошторолғандан һуң Совхоздың үҙәк усадьбаһы ҡасабаһы булараҡ иҫәпкә алына. 50‑се йй. Лысов һәм Люблинка ҡасабалары (икеһе лә 20‑се йй. башында нигеҙләнгән) ҡушылған. 70‑се йй. алып хәҙ. исемен йөрөтә, 2005 й. хәҙ. статусын ала.

Т.И.Әминев

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019