Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҮҘӘНБАШ, Белорет р‑нындағы ауыл

Просмотров: 824

ҮҘӘНБАШ, Белорет р‑нындағы ауыл, Шығай а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.-Көнб. 50 км һәм Белорет т. юл ст. К.-Көнб. табан 45 км алыҫлыҡта Үҙән й. (Төньяҡ Үҙән) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 31 кеше; 1920 — 14; 1939 — 57; 1959 — 1224; 1989 — 860; 2002 — 796; 2010 — 636 кеше. Башҡорттар, урыҫтар йәшәй (2002). Урта мәктәп, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб, китапхана, мәсет бар.

Ауылға 19—20 бб. араһында Верхнеурал өйәҙе Тамъян‑Түңгәүер улусы Ҡаҙмаш а. (хәҙ. Әбйәлил р‑ны) башҡорттары утар булараҡ нигеҙ һала. 1920 й. Ү. (Ҡаҙмаш) исеме м‑н теркәлгән. 40‑сы йй. алып ҡасаба булараҡ иҫәпкә алынған, 2005 й. хәҙ. статусын ала.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019