Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ТӘПӘРЕШ, Шишмә р‑нындағы ауыл

Просмотров: 360

ТӘПӘРЕШ, Шишмә р‑нындағы ауыл, Сыуалкип а/с ҡарай. Район үҙәгенән К. 45 км һәм Шөңгәккүл т. юл ст. К.-Көнс. табан 15 км алыҫлыҡта Тәпәреш й. (Өршәк й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1475 кеше; 1920 — 1719; 1939 — 1074; 1959 — 856; 1989 — 464; 2002 — 468; 2010 — 437 кеше. Татарҙар йәшәй (2002). Фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб, китапхана, мәсет бар.

Ауылға Нуғай даруғаһы Ҡырҡ-Өйлө‑Мең улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә керҙәшлек килешеүе б‑са мишәрҙәр нигеҙ һала, 1736 й. алып билдәле. Шулай уҡ Тепәреш исеме м‑н теркәлгән. 1865 й. 133 йортта 789 кеше йәшәгән. Игенселек, малс‑ҡ, сабата үреү м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, училище, 12 кибет булған. 1906 й. 2 мәсет, бакалея кибете иҫәпкә алынған. 1939 й. Иҫке Т. һәм Яңы Т. ауылдары теркәлгән (халҡы бергә иҫәпкә алынған). Н.Ғ.Хәйруллин ошо ауылда тыуған.

Г.Т.Хөсәйенова, Р.И.Янғуразов

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019