Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ТӘТЕР, йылға

Просмотров: 330

ТӘТЕР, йылға, Дим й. уң яҡ ҡушылдығы. БР‑ҙың Стәрлебаш р‑ны Тәтербаш а. көнбайышҡа табан 6 км алыҫлыҡта башлана. Шул уҡ район буйлап төньяҡ‑көнсығыштан көньяҡ-көнбайышҡа, артабан Ырымбур өлк. буйлап аға. Дим й. (тамағынан 465 км алыҫлыҡта) ҡоя. Оҙонлоғо 91 км, басс. майҙаны 860 км2. БР‑ҙа оҙонлоғо 38 км, ҡатнаш, башлыса ҡар һыуы м‑н туйына. Тамағында уртаса йыллыҡ һыу сығымы 3,1 м3/с. Йылға басс. Бөгөлмә‑Бәләбәй ҡалҡыулығының көньяҡ‑көнбайыш битләүендә урынлашҡан. Рельефы убалы-ҡалҡыу, карст үҫешкән. Ландшафы йыуылған ҡара тупраҡтағы төрлө үләнле‑ҡылғанлы далаларҙан, һөрөнтө ерҙәрҙән тора. Басс. 18—22%‑ын урман ҡаплаған, 45—50%‑ы һөрөлгән. Стәрлебаш р‑ны Айҙарәле а. эргәһендәге йылғала һыуһаҡлағыс төҙөлгән. Иң ҙур ҡушылдыҡтары: Буҙат, Көсөгән, Йәшергән (бөтәһе лә — уң).

В.А.Загорский

Тәрж. А.Н.Күсеев

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019