Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ТӘТЕР‑АРЫҪЛАН, Стәрлебаш р‑нындағы ауыл

Просмотров: 342

ТӘТЕР‑АРЫҪЛАН, Стәрлебаш р‑нындағы ауыл, Тәтер‑Арыҫлан а/с үҙәге. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 26 км һәм Стәрлетамаҡ т. юл ст. К.‑Көнб. табан 85 км алыҫлыҡта Тәтер й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1709 кеше; 1920 — 2275; 1939 — 1721; 1959 — 1043; 1989 — 1043; 2002 — 1035; 2010 — 996 кеше. Татарҙар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, амбулатория, мәҙәниәт йорто, китапхана, мәсет бар.

Ауылға 18 б. уртаһында Нуғай даруғаһы Юрматы улусы башҡорттарынан Арыҫлан Бикмәтов һатып алған ерҙәрҙә утар булараҡ крәҫтиәндәр нигеҙ һала. 19 б. 1‑се ярт. хәҙ. статусын ала. 1865 й. 167 йортта 922 кеше йәшәгән. Игенселек, малс‑ҡ, умарт‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, училище, 5 һыу тирмәне булған. 1906 й. 2 мәсет, мәҙрәсә, 3 бакалея кибете, 2 мөгәзәй теркәлгән. 1920 й. 1‑се Т.‑А. һәм 2‑се Т.‑А. ауылдары булараҡ иҫәпкә алынған. Р.Р.Ғәҙиев, Ғ.Т.Ғәлиев, Н.К.Юнысов ошо ауылда тыуған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019