Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ТӘУАРИХ

Просмотров: 392

ТӘУАРИХ (ғәр.), урта быуат көнсығыш әҙәбиәтенең тарихи‑функциональ жанры. Ҡәбилә, ырыу, дәүләт йәки төбәк тарихына, ш. уҡ тарихи шәхестәрҙең тормошо һәм эшмәкәрлегенә арналған тематик әҫәрҙәр йыйынтығынан ғибәрәт. Т. дөйөм дәүләт, дөйөм төбәк әһәмиәтендәге ваҡиғалар ырыу‑ҡәбилә генеалогияһы (ҡара: Шәжәрә) һәм тар локаль характерҙағы ваҡиғалар м‑н тығыҙ үрелеп бара. Шулай уҡ геогр., астрономик, фәлс., теологик, агиографик һ.б. мәғлүмәттәр килтерелә. Урал-Волга буйы төрки әҙәбиәттәрендә жанр 16 — 17 бб. ғәрәп‑фарсы авторҙары (Рәшитетдин, Шами, Джувейни, Казвини һ.б.) һәм төрки теленә тәржемә ителгән тарихи әҙәбиәт (“Тәуарихи гүзидә‑носратнамә” — “Һайланма тарих — Еңеүҙәр китабы”, 1504, авторы билдәһеҙ; “Жәмиғәт‑тәуарих” — “Йылъяҙмалар йыйынтығы”, 1602, Ҡадир Ғәли һ.б.) традициялары нигеҙендә барлыҡҡа килә. Башҡорт әҙәбиәтендә Сыңғыҙнамә” (17 б.), “Тәуарихи Болғарийа” (18 б.) һәм Ғ.Соҡоройҙоң “Тәуарихи Болғарийа йәки Тәҡриби Ғари” (19 б.) әҫәрҙәре Т. классик өлгөләре булып тора. Жанр башҡ. тарихи прозаһының формалашыуына булышлыҡ итә.

Әҙәб.: Х у с а и н о в Г.Б. Башкирская литература XI—XVIII вв. Уфа, 1996; Н а д е р г у л о в М.Х. Историко‑функциональные жанры башкирской литературы. Уфа, 2002.

М.Х.Нәғерғолов

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019