Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҮКӘРЛЕ, Нуриман р‑нындағы ауыл

Просмотров: 416

ҮКӘРЛЕ, Нуриман р‑нындағы ауыл, Байгилде а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 25 км һәм Иглин т. юл ст. Т. табан 25 км алыҫлыҡта Ҡарға күле (Ҡариҙел й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 643 кеше; 1920 — 569; 1939 — 520; 1959 — 336; 1989 — 234; 2002 — 193; 2010 — 165 кеше. Татарҙар, башҡорттар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп (Байгилде ауыл лицейы филиалы), фельдшер-акушерлыҡ пункты, клуб, китапхана, мәсет бар.

Ауылға 17 б. 2‑се ярт. Нуғай даруғаһы Мең улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә яһаҡлы татарҙар нигеҙ һала. Тәүге төпләнеүсенең исеме м‑н аталған, уның улы Илекәй Үкәрлин билдәле. 1706 й., 1717 й. татарҙар һәм Себер даруғаһы Көҙәй улусы башҡорттары тарафынан ш.уҡ ерҙәргә керҙәшлек килешеүе төҙөлгән. 1858 й. бында Минзәлә өйәҙенән типтәрҙәр килеп ултыра. Шулай уҡ Кәрлә исеме м‑н теркәлгән. 1865 й. 57 йортта 374 кеше йәшәгән. Игенселек, малс‑ҡ, умарт‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет булған. 1906 й. ш. уҡ 2 бакалея кибете теркәлгән. Д.Д.Лоҡманов ошо ауылда тыуған.

Ф.К.Заһирова

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019