Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҮКТӘЙ, Иглин р‑нындағы ауыл

Просмотров: 425

ҮКТӘЙ, Иглин р‑нындағы ауыл, Үктәй а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Иглин т. юл ст. Т.‑Көнс. табан 18 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1061 кеше; 1920 — 1125; 1939 — 1058; 1959 — 795; 1989 — 428; 2002 — 346; 2010 — 397 кеше. Башҡорттар, татарҙар йәшәй (2002). Төп мәктәп, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб, китапхана, мәсет бар.

Ауылға 1739 й. керҙәшлек килешеүе б‑са Нуғай даруғаһы Мең улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә типтәрҙәр нигеҙ һала. 1785 й., 1794 й. бында ш. уҡ шарттарҙа типтәрҙәрҙең яңы төркөмдәре төпләнә. 1865 й. Ү. (Үфтәй) 83 йортта 511 кеше йәшәгән. Игенселек, малс‑ҡ, умарт‑ҡ, септә һуғыу, тоҡ тегеү м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, училище булған. 1906 й. мәсет, 5 бакалея кибете теркәлгән. Х.В.Саттарова ошо ауылда тыуған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019