Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҮЛӘЙ, Бөрө р‑нындағы ауыл

Просмотров: 411

ҮЛӘЙ, Бөрө р‑нындағы ауыл, Бахтыбай а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т. 17 км һәм Яңауыл т. юл ст. К.‑Көнс. табан 95 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 610 кеше; 1920 — 685; 1939 — 583; 1959 — 246; 1989 — 86; 2002 — 125; 2010 — 101 кеше. Мариҙар, урыҫтар йәшәй (2002).

Ауылға Уҫы даруғаһында батша һарайы крәҫтиәндәре нигеҙ һала, 1706 й. алып билдәле. Шулай уҡ Карп яңы ауылы (тәүге төпләнеүсе Карп Григорьев исеменән) булараҡ теркәлгән. 1865 й. 60 йортта 355 кеше йәшәгән. Игенселек, малс‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. 1906 й. 2 бакалея кибете, мөгәзәй иҫәпкә алынған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019