Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҮЛӘНДӘР ҠАТНАШМАҺЫ

Просмотров: 405

ҮЛӘН ҠАТНАШМАҺЫ, бер йыллыҡ йәки күп йыллыҡ ҡуҙаҡлылар һәм ҡыяҡлыларҙан яһалма үҫтерелгән үҫемлектәр япмаһы. Файҙаланыу ысулы б‑са — сабынлыҡ, көтөүлек, сабынлыҡ‑көтөүлек Ү.ҡ.; составы б‑са ябай (2—3 төр үләнде үҙ эсенә ала; 2—3 йыл ҡулланыу өсөн), ярым ҡатмарлы (3—4; 4—6 йыл) һәм ҡатмарлы (5—6; 7 йылдан ашыу) Ү.ҡ. айырыла. Ү.ҡ. өсөн төр һәм сорттар үҫемлектәрҙең биол., экологик һәм хужалыҡ-производство үҙенсәлектәрен иҫәпкә алып һайлап алына, орлоҡтарҙың тәҡдим ителгән нормалары файҙаланыла. Сабынлыҡ ерҙәре өсөн вегетация осоро һәм фенологик фазаларҙы үтеү ваҡыты бер үк булған үләндәр, көтөүлек ерҙәре өсөн өлгөрөү ваҡыты төрлө булған, башлыса тәпәш һәм бейегерәк үҫкән, тапалғандан һуң яҡшы үҫеп сыҡҡан үләндәр ҡатнаштырып үҫтерелә. Ҡыҫҡа ваҡытлы Ү.ҡ. ялан сәсеү әйләнештәрендә, уртаса ваҡытлылары — ялан сәсеү әйләнештәренең болонло һәм буш баҫыуҙарында, күп йыллыҡтары баҫыу ситендәге сәсеү әйләнешенә инмәгән участкаларҙа ҡулланыла. Башҡортостанда төньяҡ урман‑дала зонаһында һәм төньяҡ-көнсығыш урман‑дала зонаһында болон тимофеевкаһы м‑н болон клеверы, көньяҡ урман‑дала зонаһында һәм Урал алды дала зонаһында арышбаш, бейек ирғылсыҡ, ҡылсыҡһыҙ ваҡ күстерә, һабаҡсаһыҙ аҡтамыр йәки сүсле регнерия м‑н күк гибрид люцерна сәселә. Урал аръяғы дала зонаһында арышбаш, ваҡ күстерә, күк йәки һабаҡсаһыҙ аҡтамыр, себер йәки ҡуһа тауҡыяғы м‑н люцерна һәм йылҡы борсағынан торған сәсеүлектәр киң таралған.

Әҙәб.: Н а д е ж к и н С.Н. Конвейерное производство кормов в Башкортостане. Уфа, 2003; ш у л у ҡ. Многолетние кормовые растения. Уфа, 2003.

С.Н.Надежкин

Тәрж. Г.А.Миһранова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019