Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ТӘҮӘКӘН, Күгәрсен р‑нындағы ауыл

Просмотров: 304

ТӘҮӘКӘН, C ә ң к е м, Күгәрсен р‑нындағы ауыл, Теләүембәт а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 54 км һәм Мәләүез т. юл ст. К.‑Көнс. табан 77 км алыҫлыҡта Сәңке й. (Һаҡмар й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 430 кеше; 1920 — 496; 1939 — 465; 1959 — 551; 1989 — 378; 2002 — 467; 2010 —581 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, амбулатория, спорт‑һауыҡтырыу комплексы, мәҙәниәт йорто (“Сәңкем” халыҡ фольклор ансамбле), китапхана, мәсет бар.

Ауылға 18 б. уртаһында Нуғай даруғаһы Сәңкем‑Ҡыпсаҡ улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала. Тәүге төпләнеүсе Тәүәкән Йелебәков (Йембәков) исеме м‑н аталған. Икенсе исеме “сәңкем” этнонимына бәйле (ҡара: Ҡыпсаҡ). Шулай уҡ Ижәп, Кинйәп булараҡ теркәлгән. 1795 й. 19 йортта 86 кеше йәшәгән, 1866 й. 52 йортта — 335 кеше. Малс‑ҡ, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет булған. 1900 й. ш. уҡ һыу тирмәне теркәлгән. М.Ғ.Рәхимов, Ю.Р.Әбдрәхимов ошо ауылда тыуған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019