Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҮЛСӘҮ ҮҘГӘРТКЕСЕ, датчик

Просмотров: 394

ҮЛСӘҮ ҮҘГӘРТКЕСЕ, д а т ч и к, үлсәнгән физик дәүмәлде (т‑ра, баҫым, тиҙлек, деформация, электр тогы, магнит индукцияһы һ.б.) тапшырыу, эшкәртеү йәки теркәү, ш. уҡ ул идара иткән процестарға тәьҫир итеү өсөн уңайлы булған сигналға үҙгәртә торған үлсәү сараһы. Күп функциялы (бер нисә дәүмәлде үҙгәртә), интеллектуаль (үҙенә диагностика үткәрә, үҙен калибрлай һ.б.), дистанцион (мәғлүмәтте алыҫ араға тапшыра), автоном (батарейкаларҙан эшләй һәм эске хәтере бар) һ.б. төрҙәре айырыла. Башҡортостанда Ү.ү. мәғлүмәт алыуҙың төрлө телеметрик системаларында, контроль һәм идара итеү системаларында үлсәнгән дәүмәлде һанса баһалау өсөн киң ҡулланыла (ҡара: Авионика, Телемеханика). 1973 й. башлап Авиация техник университетында (В.Г.Гусев, Р.Й.Моҡаев, В.П.Токарев, М.А.Ураҡсыев, В.Х. Йәсәүиев), 1979 й. — Нефть техник университетында (Ю.Д. Коловертнов) Ү.ү. төрлө төрҙәре уйлап табыла. 1978 й. алып “Электроаппарат” пр-тиеһында фотоэлектрик Ү.ү., 1982 й. — Өфө агрегат производство берекмәһендә вибрация Ү.ү., 1997 й. башлап “Геофизика” ғилми-производство фирмаһында — шыйыҡлыҡ баҫымы, ағымы (сығымы), т‑ра, электр үткәреүсәнлек Ү.ү. һәм башҡалар уйлап сығарыла һәм етештерелә. Был приборҙарҙың шартлау хәүефе юҡ, автоном йәки мәғлүмәти‑үлсәү системалары, скважиналарҙы геол.‑технологик, геол.‑геохимик тикшереү станциялары составында (ярашлы рәүештә “Геотест‑5”, “Геогаз‑1”) нефть, газ эҙләү һәм разведкалау скважиналарын быраулау процестарын контролдә тотоу өсөн файҙаланыла. “Геоспейс Технолоджис Евразия” пр‑тиеһы (Өфө) 1991 й. башлап сейсмик разведка өсөн электродинамик датчиктар сығара. “Грант” ҒПБ‑нда 1995 й. алып баҫым һәм т‑раның автоном Ү.ү. уйлап табыла һәм етештерелә, улар 1997 й. башлап “Восток” станцияһында (Антарктида) үтә тәрән скважинаны һ.б. тикшереү өсөн файҙаланыла. 1999 й. алып ӨДНТУ‑ла (В.Ф.Ғәлиәкбәров) магистраль газ үткәргестәрендәге интеллектуаль идара итеү системаларында ҡулланылған Ү.ү. уйлап табыла. 2003 й. Өфө приборҙар эшләү производство берекмәһендә нефть скважиналарының качалка-станоктарындағы канат аҫмаларҙың узелдары өсөн тензорезисторлы көс Ү.ү. уйлап табыла һәм сығарыла. Ү.ү. шулай уҡ технологик процесс м‑н автоматлаштырылған идара итеү системалары комплектында файҙаланыла.

Әҙәб.: Г у с е в В.Г., М и р и н а Т.В. Методы построения точных электронных устройств. 2-е изд., испр. и доп. Уфа, 2010; Е ф а н о в В.Н., Т о к а р е в В.П. Авиационные приборы и измерительно-вычислительные комплексы. М., 2010.

В.Г.Гусев

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019