Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ТИМАШЕВКА, Ишембай р‑нындағы ауыл

Просмотров: 364

ТИМАШЕВКА, Ишембай р‑нындағы ауыл, Петровский а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 26 км һәм Стәрлетамаҡ т. юл ст. К.‑Көнс. табан 33 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 721 кеше; 1920 — 938; 1939 — 864; 1959 — 592; 1989 — 330; 2002 — 388; 2010 — 385 кеше. Урыҫтар, башҡорттар, татарҙар йәшәй (2002). Төп мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, китапхана бар.

Ауылға 1887 й. Стәрлетамаҡ өйәҙендә алпауыт А.Е.Тимашевтан ҡуртымға алынған ерҙәрҙә (1888 й. купчий ҡағыҙы рәсмиләштерелгән) Вятка губернаһынан күсеп килгән крәҫтиәндәр нигеҙ һала. 1906 й. мөгәзәй, бакалея кибете теркәлгән. 50‑се йй. Т. 19 б. аҙ. нигеҙләнгән Прокофьевка а. ҡушылған. М.Я.Карпов ошо ауылда тыуған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019