Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҮМӘР, Баҡалы р‑нындағы ауыл

Просмотров: 424

ҮМӘР, Баҡалы р‑нындағы ауыл, Киләй а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т. 16 км һәм Туймазы т. юл ст. Т. табан 90 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1441 кеше; 1920 — 1388; 1939 — 1064; 1959 — 851; 1989 — 583; 2002 — 542; 2010 —471 кеше. Керәшендәр йәшәй (2002). Төп мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер-акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто (“Сәнәкәй” керәшен халыҡ фольклор ансамбле), китапхана бар.

Ауылға Бәләбәй өйәҙендә керәшендәр нигеҙ һала, 1802 й. алып билдәле. 1865 й. 130 йортта 911 кеше йәшәгән. Игенселек, умарт‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Һыу тирмәне булған. 1906 й. министрлыҡ мәктәбе, 3 бакалея кибете, мөгәзәй теркәлгән; шөғөлдәр араһында ылаусылыҡ булған. А.И.Грекова ошо ауылда тыуған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019