Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ТИМЕР, Бөрйән р‑нындағы ауыл

Просмотров: 720

ТИМЕР, Бөрйән р‑нындағы ауыл, Тимер а/с үҙәге. Район үҙәгенән Т.-Көнс. 25 км һәм Белорет т. юл ст. К.‑Көнб. табан 136 км алыҫлыҡта Ағиҙел й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 421 кеше; 1920 — 453; 1939 — 348; 1959 — 312; 1989 — 420; 2002 — 469; 2010 — 462 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Төп мәктәп (Иҫке Монасип урта мәктәбе филиалы), балалар баҡсаһы, фельдшер-акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана бар.

Ауылға 18 б. 2‑се ярт. Нуғай даруғаһы Ҡарағай‑Ҡыпсаҡ улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала. Тәүге төпләнеүсенең исеме м‑н аталған, уның улдары Ишкилде, Ғайса, Дәүләтбирҙе Тимеровтар билдәле. 1795 й. 34 йортта 156 кеше йәшәгән, 1866 й. 63 йортта — 298 кеше. Малс‑ҡ, урман кәсептәре, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. Т.С.Дәүләтбирҙина ошо ауылда тыуған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019