Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ТИМЕРӘК, Мәсетле р‑нындағы ауыл

Просмотров: 507

ТИМЕРӘК, Мәсетле р‑нындағы ауыл, Йонос а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 24 км һәм Һилейә т. юл ст. (Силәбе өлк.) Т.‑Көнб. табан 150 км алыҫлыҡта Әй й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 570 кеше; 1920 — 307; 1939 — 285; 1959 — 266; 1989 — 141; 2002 — 132; 2010 — 118 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002).

Ауылға Себер даруғаһы Ҡошсо улусы Йонос а. башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала, 1776 й. алып билдәле. 1795 й. 15 йортта 79 кеше йәшәгән. 1865 й. Т. Йонос а. м‑н бергә теркәлгән, 51 йортта 255 кеше иҫәпкә алынған. Малс‑ҡ, игенселек, умарт‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет булған. 1906 й. Йонос‑Тимерәктә мәсет, мәҙрәсә, бакалея кибете, мөгәзәй теркәлгән. Ю.Е.Байрамғолов ошо ауылда тыуған.

Г.Т.Хөсәйенова

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019