Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ТИРӘКЛЕ, Архангел р‑нындағы ауыл

Просмотров: 386

ТИРӘКЛЕ, Архангел р‑нындағы ауыл, Баҡалды а/с ҡарай. Район үҙәгенән Көнс. 14 км һәм Приуралье т. юл ст. Көнс. табан 20 км алыҫлыҡта Баҫыу й. (Инйәр й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 698 кеше; 1920 — 866; 1939 — 1084; 1959 — 748; 1989 — 599; 2002 — 577; 2010 — 520 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Урта мәктәп, фельдшер- акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана, мәсет бар.

Ауылға 18 б. башында Нуғай даруғаһы Ҡумрыҡ‑Табын улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала. 1795 й. 50 йортта 323 кеше йәшәгән, 1865 й. 81 йортта — 509 кеше. Малс‑ҡ, игенселек, умарт‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, училище булған. 1906 й. мәсет, бакалея кибете, мөгәзәй теркәлгән; шөғөлдәр араһында ш. уҡ урман кәсептәре булған. Н.Ғ.Ғәләүетдинова, Ф.Х.Иҡсанов ошо ауылда тыуған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019