Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ТИРӘКЛЕ, Ейәнсура р‑нындағы ауыл

Просмотров: 421

ТИРӘКЛЕ, Ейәнсура р‑нындағы ауыл, Һаҡмар а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 89 км һәм Һарыҡташ т. юл ст. (Ырымбур өлк.) К.‑Көнс. табан 53 км алыҫлыҡта Ирәҙә й. (Ҡаҫмарт й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 178 кеше; 1959 — 242; 1989 — 114; 2002 — 106; 2010 — 75 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәсет бар.

Ауылға 20 б. 30‑сы йй. Һаҡмар с‑зы ойошторолған ваҡытта совхоздың 4‑се Ферма ҡасабаһы булараҡ нигеҙ һалына. 2005 й. хәҙ. статусын ала, 2008 й. алып хәҙ. исемен йөрөтә.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019