Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҮРГЕ, Шишмә р‑нындағы утар

Просмотров: 380

ҮРГЕ, Шишмә р‑нындағы утар, Шөңгәккүл а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 40 км һәм Шөңгәккүл т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 15 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 138 кеше; 1959 — 330; 1989 — 353; 2002 — 387; 2010 — 398 кеше. Башҡорттар, татарҙар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп (Шөңгәккүл урта мәктәбе филиалы), балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб бар.

Ауылға 20 б. 30‑сы йй. “Смычка” с‑зы ойошторолған ваҡытта Совхоздың икенсе бүлексәһе ҡасабаһы булараҡ нигеҙ һалына. 50‑се йй. хәҙ. исемен һәм хәҙ. статусын ала.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019