Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ТИРӘ‑ЯҠ МӨХИТТЕ ҺАҠЛАУ

Просмотров: 420

ТИРӘ‑ЯҠ МӨХИТТЕ ҺАҠЛАУ, тәбиғәт ресурстарын һәм тирә‑яҡ мөхитте һаҡлау, рациональ файҙаланыу һәм тергеҙеү б‑са саралар комплексы. Т.‑я.м.һ. объекттары булып һыу, ер аҫты, тупраҡ, атмосфера һауаһы, атмосфераның озон ҡатламы, Ер яны йыһан киңлеге, үҫемлектәр донъяһы, экосистемалар; үҫемлектәр, хайуандар һ.б. организмдар, уларҙың генофондтары тора. Махсус һаҡланыусы тәбиғәт биләмәләре, үҫемлектәрҙең һирәк төрҙәре, хайуандарҙың һирәк төрҙәре һәм уларҙың йәшәү урындары, тәбиғәт ҡомартҡылары махсус һаҡлауға мохтаж. Т.‑я.м.һ. кешенең уңайлы тирә‑яҡ мөхиткә хоҡуғын, кешенең, йәмғиәттең һәм дәүләттең фәнни яҡтан иҫбатланған экологик, иҡт., соц. мәнфәғәттәрен һаҡлау принциптарына нигеҙләнә. Башҡортостан терр‑яһында Т.‑я.м.һ. б‑са тәүге норматив документтар урмандарҙы һаҡлау м‑н бәйле була (ҡара: Урман хоҡуғы). 20 б. 50‑се йй. сәнәғәт, транспорт, энергетика, а.х. интенсив үҫеше, антропоген йөкләнештең артыуы тирә‑яҡ мөхиттең бысраныуына килтерә. Республикала балыҡ ресурстарын, һунар йәнлектәрен һаҡлау б‑са, Башҡорт ҡурсаулығын тергеҙеү һ.б. т‑да, биологик төрлөлөктө һаҡлап ҡалыуға йүнәлтелгән ҡарарҙар ҡабул ителә. 20 б. аҙ. — 21 б. башында йәмғиәттең һәм тәбиғәттең үҙ‑ара мөнәсәбәттәрен көйләүсе “Һыу кодексы”, “Экологик кодекс” һ.б. кодекстар, закондар (ҡара: Экологик хоҡуҡ) индерелә. Т.‑я.м.һ. һәм экологик хәүефһеҙлекте үҫтереү б‑са саралар дәүләт (БР Тәбиғәтте файҙаланыу һәм экология министрлығы, гидрометеорология хеҙмәте һ.б.) һәм йәмәғәт (Тәбиғәтте һаҡлау йәмғиәте, Бөтә донъя ҡырағай тәбиғәт фонды һ.б.) ойошмалары тарафынан тормошҡа ашырыла. Сәнәғәт ҡалдыҡтарын, биосфераның радиоактив бысраныуын, химик бысраныуҙы һ.б. кәметеү маҡсатында ҡалдыҡһыҙ технологиялар, ағынты һыуҙарҙы биологик таҙартыу, үҫемлектәрҙе биотехник һаҡлау ысулдары, ресурстарҙы һаҡлаусы технологиялар үҫешә, экологик нормативтар эшләнә (ҡара: Рәсми сикләнеүле ташландыҡ, Рәсми сикләнеүле доза, Рәсми сикләнеүле концентрация), биологик индикация, экологик мониторинг тормошҡа ашырыла. Республикала махсус һаҡланыусы тәбиғәт биләмәләрен, БР һәм РФ‑тың Ҡыҙыл китаптарына индерелгән бәшмәктәрҙең, хайуандарҙың, үҫемлектәрҙең һ.б. һирәк төрҙәрен һаҡлау б‑са саралар үткәрелә. Т.‑я.м.һ. б‑са сараларҙа (экологик өмәләр, “Парктар маршы” акцияһы һ.б. тәбиғәтте һаҡлаусы акциялар) халыҡ ҡатнаша. Республикала “БР экологияһы һәм тәбиғәт ресурстары (2004—2010)” программаһы эшләй. 2004 й. алып БР терр‑яһында сығарыу, етештереү йәки ҡулланыу барышында тирә‑яҡ мөхиткә зыян килтермәгән продукцияны билдәләү өсөн “Экологик яҡтан таҙа продукция” билдәһе файҙаланыла. БР‑ҙа Т.‑я.м.һ. өлкәһендәге тикшеренеүҙәр БР Фәндәр Академияһы, Өфө фәнни үҙәге, Йәшәйеш хәүефһеҙлеге институты, Хеҙмәт медицинаһы һәм кеше экологияһы институты, Ауыл хужалығы институты, Башҡорт дәүләт университеты, Нефть техник университетының ғилми‑тикшеренеү ин‑ттарында һ.б. юғары уҡыу йорттарында үткәрелә. Т.‑я.м.һ. фәнни нигеҙҙәрен эшләүгә Г.В.Вахрушев, Ә.М.Гәрәев, М.М. Ишморатова, Е.В.Кучеров, Б.М. Миркин, А.Ә.Мулдашев һ.б. ҙур өлөш индерә. Шулай уҡ ҡара: Тирә‑яҡ мөхитте санитар һаҡлау.

Әҙәб.: М и р к и н Б.М., Н а у м о в а Л.Г., И б а т у л л и н У.Г. Экология Башкортостана. Уфа, 2005.

Э.П.Позднякова, С.С.Хәйретдинов

Тәрж. Г.А.Миһранова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019