Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҮРГЕ АЛАШТАН, Фёдоровка р‑нындағы ауыл

Просмотров: 411

ҮРГЕ АЛАШТАН, Фёдоровка р‑нындағы ауыл, Бүләкәй а/с үҙәге. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 15 км һәм Мәләүез т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 79 км алыҫлыҡта Алаштан й. (Күндерәк й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 274 кеше; 1920 — 278; 1939 — 359; 1959 — 210; 1989 — 362; 2002 — 322; 2010 — 351 кеше. Мордвалар йәшәй (2002). Төп мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер-акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто (“Килейне” мордва халыҡ йыры ансамбле), китапхана бар.

Ауылға 1814 й. Стәрлетамаҡ өйәҙе Юрматы улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә керҙәшлек килешеүе б‑са Стәрлетамаҡ ҡ. татар мещандары (ҡара: Мещанлыҡ) нигеҙ һала. Һуңыраҡ бында ш. уҡ шарттарҙа мордвалар килеп ултыра. 1865 й. Алаштан (Үрге Алатан) утары булараҡ теркәлгән (йорттар һәм кешеләр һаны иҫәпләнмәгән). 1906 й. (хәҙ. исемдә һәм статуста) мөгәзәй булған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019