Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҮРГЕ БАБА, Көйөргәҙе р‑нындағы ауыл

Просмотров: 378

ҮРГЕ БАБА, Көйөргәҙе р‑нындағы ауыл, Яҡшембәт а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Ермолаевка т. юл ст. К.‑Көнб. табан 33 км алыҫлыҡта Оло Көйөргәҙе й. (Оло Юшатыр й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 342 кеше; 1920 — 356; 1939 — 341; 1959 — 240; 1989 — 93; 2002 — 137; 2010 — 137 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002).

Ауылға 18 б. уртаһында Нуғай даруғаһы Ҡыпсаҡ улусы башҡорттары керҙәшлек килешеүе б‑са ш. уҡ даруғаның Бөрйән улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә Баба исеме м‑н нигеҙ һала. 18 б. 2‑се ярт. Түб. һәм Урта Баба бүлендек ауылдары барлыҡҡа килгәндән һуң хәҙ. исемен ала. 1795 й. 29 йортта 239 кеше (Үрге һәм Түб. Баба аа. халҡы м‑н бергә иҫәпләнгән), 1866 й. Ү.Б. 42 йортта 241 кеше йәшәгән. Малс‑ҡ, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет булған.

А.М.Нәсибуллина, Ә.З.Әсфәндиәров Т

әрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019