Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҮРГЕ ӘҮЖӘН УРТА МӘКТӘБЕ, Белорет р‑нында урынлашҡан

Просмотров: 354

ҮРГЕ ӘҮЖӘН УРТА МӘКТӘБЕ, Белорет р‑нында урынлашҡан. 1870 й. министрлыҡ уч‑щеһы булараҡ асыла, 1913 й. алып башланғыс халыҡ уч‑щеһы, 1918 й. — 1‑се баҫҡыс мәктәп, 1932 й. — 7 йыллыҡ мәктәп, 1940 й. хәҙ. статусын ала. 1965 й. В.И.Артамонов исеме бирелә. Компьютер класы, тамаша залы, спорт комплексы, уҡыу оҫтаханалары (слесарлыҡ, ағас эше, тегеү), автопаркы, тарих‑тыуған яҡты өйрәнеү музейы бар. Мәктәпте 3,3 меңдән ашыу кеше тамамлаған (2012). Тамамлаусылар араһында П.В.Кудимов. Мәктәп терр‑яһында Артамоновҡа һәйкәл ҡуйылған (1982).

В.А.Серёгина

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019