Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ТОЛОМБАЕВ Хәсән Абдулла улы

Просмотров: 400

ТОЛОМБАЕВ Хәсән Абдулла улы (16.5.1935, БАССР‑ҙың Ейәнсура р‑ны Байдәүләт а. — 17.5.2008, БР‑ҙың Өфө р‑ны Миловка а.), педагог‑методист. Пед. ф. канд. (1982). БР‑ҙың атҡ. халыҡ мәғарифы хеҙм‑ре (1992), РСФСР‑ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1970), БР‑ҙың мәғариф отличнигы (1995). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1958) Бишбүләк р‑нының Бикҡол тулы булмаған урта мәктәбе директоры. 1971—77 йй. һәм 1979—88 йй. Милли мәктәптәр ҒТИ‑ның Башҡ‑н филиалында эшләй (1976 й. алып һәм 1981 й. башлап өлкән ғилми хеҙм‑р), 1977—79 йй. СДПИ‑ла уҡыта. 1988—2007 йй. (өҙөклөктәр м‑н) Башҡ‑н мәғарифты үҫтереү ин‑тында эшләй (1990—96 йй. мәктәпкәсә тәрбиә һәм башланғыс белем биреү методикаһы каф. мөдире), 1996—97 йй. һәм 2000—01 йй. БДПУ‑ла, 1997—98 йй. БДУ‑ла уҡыта. Фәнни хеҙмәттәре мәктәптәрҙә башҡорт телен уҡытыу методикаһына арналған. 150‑нән ашыу фәнни‑методик хеҙмәт, ш. иҫ. урыҫ телле мәктәптәрҙең башланғыс кластары өсөн башҡ. теле б‑са дәреслектәр һәм программалар авторы.

Г.Х.Ҡазбулатова

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019