Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ТОЛСТОЙ Лев Николаевич

Просмотров: 878

ТОЛСТОЙ Лев Николаевич (28.8. 1828, Тула губ. Ясная Поляна имениеһы — 7.11.1910, Рязань—Урал т. юлының Астапово ст., тыуған яғында ерләнгән), урыҫ яҙыусыһы. Император С.‑Петербург ФА‑ның мөхбир ағзаһы (1873), почётлы акад. (1900). Ижадына әхлаҡи пафос, тәрән психологик анализ, донъяны фәлс. аңлау хас. “Һуғыш һәм солох” (“Война и мир”; 1863—69), “Анна Каренина” (1873—77), “Яңынан терелеү” (“Воскресение”; 1889—99) романдары һ.б. авторы. Т. Башҡортостанға тәүге тапҡыр 1862 й. ҡымыҙ м‑н дауаланырға килә. 1871 й. Һамар губ. Быҙаулыҡ өйәҙендә ер һатып ала һәм 1883 й. тиклем ғаиләһе м‑н бер нисә тапҡыр шунда төҙөлгән имениеға килә. 1873—74 йй. аслыҡ ваҡытында Т. матбуғатта “Нәшер итеүселәргә хат” (“Письмо к издателям”) м‑н сығыш яһай, унда батша хөкүмәте тарафынан яҙмыш ҡосағына ташланған Һамар губернаһының урыҫ крәҫтиәндәре һәм башҡорттары араһындағы ҡот осҡос аслыҡ картинаһын һүрәтләй. Һөҙөмтәлә асығыусылар өсөн байтаҡ аҡса һәм иген йыйып бирелә. Башҡорттар т‑дағы бай тәьҫораттары “Дошмандыҡы йәбешкәк, ә Алланыҡы ныҡлы” (“Вражье лепко, а божье крепко”; 1886), “Ни өсөн?” (“За что?”, 1906; башҡортса тәржемәһе 1978), “Төшөмдә мин нимә күрҙем?” (“Что я видел во сне?”; 1906) һ.б. хикәйәләренең материалы булып тора. “Ильяс” (1885; башҡортса тәржемәһе 1978) әҫәренең нигеҙендә — толстойса “яуызлыҡ .а ҡаршылашмау” идеяһы, яҙмышҡа буйһоноу, “Кешегә күпме ер кәрәк” (“Много ли человеку земли нужно”, 1886; башҡортса тәржемәһе 1954; ш. уҡ исемле нәфис фильм төшөрөлгән, 1915, реж. В.Р.Гардин) хикәйәһендә — ер алыу м‑н бәйле башҡ. йолаларын тасуирлау. 1876 й. Т. Ырымбур ҡ. килә, Н.А. Крыжановский, М.М.Биксурин м‑н осраша, В.А.Перовский т‑да материалдар йыя. 1877 й. башҡ. далаларына күсеп килеүселәр т‑да тарихи роман планы өҫтөндә әүҙем эшләй. Әҫәрҙәрен З.А.Биишева, Ш.Бикҡол, Ғ.К.Зөлҡәрнәев, Ф.Ә.Иҫәнғолов, Р.Ф. Мифтахов, К.Мәргән, Ш.Ғ.Насиров һ.б. башҡ. теленә тәржемә иткән. Башҡортдраматеатрындаһәм Урыҫ драма театрында “Тере мәйет” (“Живой труп”), “Анна Каренина”, “Ҡараңғылыҡ хөкөм һөргәндә” (“Власть тьмы”), “Яңынан терелеү” әҫәрҙәре б‑са спектаклдәр ҡуйыла. Өфө, Стәрлетамаҡ, Белорет ҡҡ. һәм респ. башҡа торама пункттарында Т. исеме м‑н урамдар аталған.

Ә ҫ ә р ҙ.: Хажи Морат. Өфө, 1949; Севастополь хикәйәләре. Өфө, 1950; Повестәр, хикәйәләр. Өфө, 1954.

Әҙәб.: Лев Толстой башҡорттар араһында: иҫтәлектәр. Өфө, 1970; Р а х и м к у л о в М.Г. Любовь моя — Башкирия. Уфа, 1985; П е р ч и к Л.С. “Сплелись корнями наши племена...” (Лев Толстой и Башкирия). Челябинск, 1996.

И.Ғ.Ҡолһарина

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019