Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҮРГЕ ҠЫЙҒЫ ЛИЦЕЙЫ, Ҡыйғы р‑нында урынлашҡан

Просмотров: 535

ҮРГЕ ҠЫЙҒЫ ЛИЦЕЙЫ, Ҡыйғы р‑нында урынлашҡан. 1876 й. башҡа милләттәр өсөн мәктәп (урыҫ‑татар) булараҡ асыла, 1933 й. алып 7 йыллыҡ мәктәп, 1936 й. — урта мәктәп, 1944 й. — 1‑се урта мәктәп, 2010 й. хәҙ. исемен һәм статусын йөрөтә. Дүшәмбикә һәм Туҡай аа. филиалдары эшләй. Слесарлыҡ‑ағас эше, тегеү оҫтаханалары, тамаша һәм спорт залдары, компьютер класы, китапханаһы, мед. кабинеты, уҡытыу‑тәж. участкаһы, Р.Хәкимов (Афғанстанда хәрби хәрәкәттәр ваҡытында һәләк булған мәктәпте тамамлаусы) ис. тыуған яҡты өйрәнеү музейы бар. Уҡыу йортон 4,8 меңдән ашыу кеше тамамлаған (2012). Тамамлаусылар араһында Радик М.Бәширов, Рив М.Бәширов, Х.Кәрим, Р.Хәкимйән.

Р.И.Әхмәҙуллин

Тәрж. Ғ.Р.Бирҙина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019