Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ТОРАТАУ, шихан

Просмотров: 472

ТОРАТАУ, Ш и х а н, шихан, тәбиғәт ҡомартҡыһы (1965). Ишембай ҡ. төньяҡ‑көнсығышҡа табан 9,6 км алыҫлыҡта Ағиҙел й. уң ярында урынлашҡан. Абс. бейеклеге 406,0 м, оҙонлоғо 1,2 км, киңлеге 0,8 км. Формаһы трапецияға оҡшаш. Битләүҙәренең аҫҡы өлөшө текә. Көнбайыш һәм көньяҡ‑көнбайыш битләүҙәренең өҫкө өлөшөндә бер нисә бәләкәй мәмерйә бар, итәгендә Туғарһалған күле ята. Аҫҡы пермь тоҡомдарынан (фосфорит ҡатыш эзбизташтар, алевролиттар) һалынған риф массивы булып тора. Ландшафы ҡараһыу һоро урман тупрағындағы һәм йыуылған ҡара тупраҡтағы болонло далаларҙан, йүкә‑ҡуян ҡолағы һәм имән урмандары ҡатыш ҡоро болондарҙан ғибәрәт. Үҫемлектәрҙең һирәк төрҙәре осрай: Гельм астрагалы, Карелин астрагалы, каспий татыр үләне, ҡауырһынлы йәнәш япраҡ, ҡаясатыр, ҡырағай миндаль, урал еҙтөймәһе, урал етене, эре сәскәле тәңкәғуҙаҡ, ялан сейәһе һ.б.; реликттар: ике башаҡлы эфедра һәм БР‑ҙың Ҡыҙыл китабына индерелгән башҡа үҫемлектәр. Ерән йомран, күбәләктәр (аполлон, елкәнле күбәләк, ябай үлән күбәләге һ.б.), сиңерткәләр һ.б. йәшәй. Көньяҡ битләүендә 1948—53 йй. “Газпром нефтехим Салават” ЯСЙ төҙөү өсөн эзбизташ сығарған тотҡондарҙың махсус лагеры 0016 урынлашҡан. 2012—14 йй. Шиханды сәнәғәттә үҙләштереүгә ҡаршы экспертиза үткәрелә һәм ижт. хәрәкәт булдырыла.

Тәрж. И.М.Япаров

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019