Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ТӨҘӨҮСЕЛӘРҘЕҢ ҒИЛМИ-ТЕХНИК ЙӘМҒИӘТЕ

Просмотров: 360

ТӨҘӨҮСЕЛӘРҘЕҢ ҒИЛМИ-ТЕХНИК ЙӘМҒИӘТЕ, БР‑ҙағы төҙөлөш тармағының ғилми‑техник интеллигенцияһын, белгестәрен һ.б., төҙөлөш өлкәһендә ижади потенциал үҫтереү өсөн шарттар тыуҙырыу, уларҙың хоҡуҡтарын яҡлау маҡсатында берләштергән төбәк йәмәғәт ойошмаһы. 1953 й. Өфөлә ойошторола. 2013 й. йәмғиәт составында 64 ойошма (7 мең кеше), ш. иҫ. Ағиҙел ағас эшкәртеү комбинаты, “Башнефтезаводстрой”, “БашЭКСПО”, Мәләүез ағас эшкәртеү комбинаты, Төҙөлөш тресы 3, Трест 21, иҫәпләнә. Юғары органы булып дөйөм йыйылыш тора, йыйылыштар араһындағы осорҙа Президиум етәкселек итә (3 йылға һайлана). Йәмғиәт эргәһендә 14 секция һәм яңы техника б‑са комиссия раҫланған. Эшмәкәрлегенең төп йүнәлештәре: фән, техника һәм алдынғы производство тәжрибәһе ҡаҙаныштарын пропагандалау, һөҙөмтәле техник ҡарарҙар сығарыу, ресурстарҙы һаҡлаусы технологиялар, өр-яңы материалдар, изделиелар һәм конструкциялар индереү, инженер-техник хеҙм‑рҙәргә һәм эшселәргә ғилми-техник белемдәрен күтәреүҙә ярҙам итеү һ.б. Йәмғиәт бөтә Рәсәй һәм респ. фәнни‑ғәмәли конф., семинарҙар үткәрә, күргәҙмәләр, смотрҙар, конкурстар һ.б. ойоштора. Йәмғиәт инициативаһы б‑са БР‑ҙың Төҙөлөш, архитектура һәм транспорт министрлығы, Өфө ҡала округы хакимиәте булышлығы м‑н “Ҡала. Архитектура һәм төҙөлөш” күргәҙмәһе сиктәрендә “БР‑ҙа юбилей объекттарын проектлауҙа һәм төҙөүҙә прогрессив техник ҡарарҙарҙы индереү тәжрибәһе тураһында” (“Об опыте внедрения прогрессивных технических решений в проектировании и строительстве юбилейных объектов в РБ”; 2007), “БР‑ҙа аҙ ҡатлы торлаҡ төҙөлөшөндә эш күләмдәрен арттырыу, һөҙөмтәлелеген һәм сифатын күтәреүҙең төп йүнәлештәре һәм перспективалары” (“Основные направления и перспективы увеличения объёмов строительства, повышения эффективности и качества малоэтажного жилищного строительства в РБ”; 2008) һ.б.; “Уралстройиндустрия” күргәҙмә-форумы сиктәрендә “Смета буйынса нормалаштырыуҙың хәҙерге базаһын камиллаштырыу һәм уны файҙаланыуҙың ойоштороу‑методик мәсьәләләре” (“Совершенствование современной базы сметного нормирования и организационно‑методические вопросы её использования”; 2006), “БР‑ҙа аҙ ҡатлы торлаҡ төҙөлөшөн үҫтереүҙең проблемалары һәм перспективалары” (“Проблемы и перспективы развития малоэтажного строительства в РБ”; 2007) респ. фәнни‑ғәмәли конф. һ.б. үткәрелә. Йәмғиәт ағзалары Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәре, Германия, Испания, Канада, Ҡытай, Финляндия, Франция, Швецияла һ.б. халыҡ-ара семинарҙарҙа ҡатнаша. Рәйестәре: Л.М. Фельдштейн (1953 й. алып), Х.Д.Гилинский (1964 й. алып), И.Н.Мәмлиев (1972 й. алып), В.П.Павленко (1980 й. алып), В.И.Коротун (1984 й. алып), Ю.Я.Бобылёв (1986 й. алып), Р.Ш.Сәғитов (2006 й. алып), Х.М. Мәхмүтов (2008 й. алып), Р.Ф.Ваһапов (2011 й. алып).

Н.М.Нагорная

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019