Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ТӨЙ, Асҡын р‑нындағы ауыл

Просмотров: 304

ТӨЙ, Асҡын р‑нындағы ауыл, Асҡын а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т. 28 км һәм Көйәҙе т. юл ст. (Пермь крайы) К.‑Көнс. табан 131 км алыҫлыҡта Төй й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 44 кеше; 1920 — 50; 1939 — 48; 1959 — 230; 1989 — 465; 2002 — 385; 2010 — 257 кеше. Урыҫтар, башҡорттар, татарҙар йәшәй (2002). Төп мәктәп, фельдшер- акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана бар.

Ауылға 19 б. аҙ. Бөрө өйәҙе терр‑яһында ш. уҡ өйәҙҙең Төй а. (хәҙ. Пермь крайы Төй а.) кешеләре бүлендек ауыл булараҡ нигеҙ һала. 1896 й. Төйҙә (Трубники) 5 йортта 45 кеше йәшәгән. 1939 й. Төй ширҡәте, 1953 й. Трубники утары булараҡ иҫәпкә алынған. 50‑се йй. аҙ. алып хәҙ. исемдәге ҡасаба, 2005 й. хәҙ. статусын ала. С.Д.Пономарёв ошо ауылда тыуған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019