Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ТӨЙ, йылға

Просмотров: 369

ТӨЙ, О л о Т ө й, йылға, Өфө й. уң ҡушылдығы. Пермь крайы Гари а. төньяҡ‑көнсығышҡа табан 3 км алыҫлыҡта башлана. Пермь крайы һәм БР‑ҙың Асҡын р‑ны буйлап төньяҡ-көнбайыштан көньяҡ‑көнсығышҡа ҡарай аға. Өфө й. (тамағынан 295 км алыҫлыҡта) ҡоя. Оҙонлоғо 193 км, басс. майҙаны 3700 км2, дөйөм түбәнәйеүе 105 м. БР‑ҙа оҙонлоғо яҡынса 65 км. Башлыса ҡар һыуы м‑н туйына. Йыллыҡ аҡманың 55—60%‑ы — яҙғы (апр.—май), 15—25%‑ы — йәйге һәм көҙгө (июнь—окт.), 15%‑ы ҡышҡы (нояб.—март) осорҙарға тура килә. Гөмбә а. эргәһендә уртаса йыллыҡ һыу сығымы 18,9 м3/с. Рельефы ҡалҡыу, убалы‑соҡорло, басс. көңгөр ярусының балсыҡтарынан, доломиттарынан, гипстарынан тора. Карбонатлы асыҡ һәм сульфатлы ябыҡ (үрге ағымында) карст үҫешкән. Ландшафы күбеһенсә һоро тау‑урман һәм кәҫле көлһыу тупраҡтарҙағы ҡара ылыҫлы‑киң япраҡлы шыршы, аҡшыршы, йүкә, ҡайын, уҫаҡ урмандарынан ғибәрәт. Басс. яҡынса 57%‑ын урман ҡаплаған, яҡынса 10%‑ы һөрөлгән, 1%‑ы һаҙланған. Төп ҡушылдыҡтары: уң — Борма, Билгеш һ.б.; һул — Әтер, Леун, Бейәбаш, Сарыс һ.б.

В.А.Загорский

Тәрж. А.Н.Күсеев

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019