Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҮҪЕМЛЕКТӘР ТӨРКӨМӨ

Просмотров: 388

ҮҪЕМЛЕКТӘР ТӨРКӨМӨ, ф и т о ц е н о з, терр‑яның йәшәү шарттары бер төрлө булған участкаһында үҫкән ҡатмарлы төҙөлөшлө үҫемлектәр төрҙәре йыйылмаһы. Башҡортостанда тәбиғи һәм кеше тарафынан булдырылған (урман ултыртмалары, парктар һәм баҡсалар, культуралы үҫемлектәр сәсеүлектәре) Ү.т. таралған. Ү.т. аныҡ сиктәре юҡ, бер-береһенә талғын күсә, төрлө факторҙар йоғонтоһо аҫтында барлыҡҡа килгән, уларҙың иң мөһиме булып экотоп, йәғни мөхит шарттары (климат, тупраҡ һ.б.), тора. Экстремаль шарттарҙа (ҡая тоҡомдары, татырлыҡтар, һыу мөхите) туранан‑тура экотоп йоғонтоһо, улар булмағанда үҫемлектәрҙең үҙ‑ара мөнәсәбәте (урман төркөмөндә), эре фитофагтар (дала төркөмөндә), боҙолоуҙар режимы (болон, рудераль төркөмдәрҙә, агроценоздарҙа) йоғонтоһо аҫтында барлыҡҡа килә. Ү.т. төп характеристикалары: төр составы (майҙан берәмегендә төр һаны һәм уларҙың экологик күп төрлөлөгө), структураһы (яруслылы вертикаль һәм микротөркөмдәре булған горизонталь), функциональ характеристикалары — беренсел биол. продукция (органик матдәнең барлыҡҡа килеү тиҙлеге) һәм фитомасса (ер өҫтө һәм ер аҫты өлөшөндә органик матдәләр запасы). Миҙгелгә һәм йылға (климат тирбәлеүҙәре һәм айырым организмдарҙың ҡапыл күбәйеүе йоғонтоһонда) ҡарап үҙгәреү, ш. уҡ эске (ҡаяларҙы, күлдәрҙе һ.б. үҫемлектәр ҡаплау) һәм тышҡы (мал көтөү, бысраныу һ.б.) факторҙар һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән экологик сукцессиялар хас. Билдәле бер терр‑яның Ү.т. яңы төрҙәр индереү уның антропоген эволюцияһына булышлыҡ итә. Ү.т. йыйылмаһы үҫемлектәр донъяһы, тип атала. Геоботаника һәм үҫемлектәр классификацияһы объекты.

Әҙәб.: М и р к и н Б.М. Что такое растительные сообщества. М., 1986; М и р к и н Б.М., Н а у м о в а Л.Г., С о л о м е щ А.И. Современная наука о растительности. М., 2002.

Б.М.Миркин

Тәрж. Г.А.Миһранова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019